logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Берҙәмлектә беҙҙең көс»

Сыңғыҙ ауылы клубында, Таулыҡай ауыл биләмәһе һәүәҫкәр артистары тарафынан әҙерләнгән, “Берҙәмлектә беҙҙең көс” исемле театрлаштырылған, әҙәби-музыкаль программа күрһәтелде. Был сара Халыҡтар берҙәмлеге һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Ҡаныбыҙ, булмышыбыҙ менән башҡорт булһаҡ та, республикала йәшәгән башҡа милләт вәкилдәрен дә хөрмәт итәбеҙ. Шуға ла башҡорт бейеү-йырҙары менән бер рәттән татар, мари, урыҫ таҡмаҡтарын, шиғырҙарын, бейеү һәм йырҙарын да яратып башҡарҙыҡ. Беҙҙең теләк тә бер: тыныс тормошта, ҙур һәм татыу ғаилә булып, барса халыҡтар дуҫ йәшәһен!!!