logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

#Библиолето-2023

Яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаевтың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы, Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында әҙиптең китаптарынан күргәҙмә тәҡдим ителде. Шулай уҡ китап уҡыусылар өсөн авторҙың ижад юлына байҡау яһалды. “Йән” романы тураһында фекер алышыу бик тә ҡыҙыҡлы булды, төрлө уй-фекерҙәр яңғыраны.

“ЙӘН” романы тәүге биттәренән үк күңелде йолоп ала. Әҫәрҙә реаль ваҡиғалар һүрәтләнә. Кешенең йәне үлгәндән һуң ҡайҙа була? Кеше үлеп терелгәндә йәне ниҙәр күреп өлгөрә? Ни өсөн үлтерелгән кешенең йәне тынғыһыҙ була? Кешенең йәне был донъяға башҡа кешенең тәне менән килә аламы? Кешенең йәнен саҡырып, уға һорауҙар бирергә буламы? “Йән” романында ошо һәм башҡа бихисап ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап табырға була.