ИМАН ҺӘМ САБЫРЛЫҠ – ИКЕ ҠАНАТЫ
Һуңғы йылдарҙа һәр ауылда ағинәйҙәр ҡоро барлыҡҡа килде. Улар ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлау, йәштәргә уларҙы өйрәтеү йәһәтенән, юғала барған традицияларҙы, кәсептәрҙе тергеҙеү тәңгәлендә бик күпте эшләй. Афариндан башҡа һүҙ юҡ. Ә шулай ҙа ауылда икенселәйерәк ағинәйҙәр ҙә була. Улар бик оло йәштә, бәлки, һаулыҡтары ҡаҡшау сәбәпле, әллә ни халыҡ араһында күренеп тә йөрөмәйҙәрҙер, әммә бар тормоштары, күркәм ғәҙәттәре менән барыһына ла үрнәк. Тап ана шундай шәп инәй йәшәй Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында.
Салиха инәй хаҡында бәләкәйҙән тик яҡшы хәбәрҙәр генә ишетеп үҫтем. Ауылдың икенсе осонда торһаҡ та теге осонда шул тиклем эшкә шәп, сос, намыҫлы, күпте күргән, күпте кисергән йәтеш кенә кәүҙәле инәй йәшәгәнен белә инем. Күптән түгел ҡулыма уның ҡулъяҙмалары килеп эләкте. Баҡтиһәң, ауылдаш инәй шиғырҙар ҙа яҙа икән. Ябай ғына һүҙ теҙмәләрендә шул тиклем һағыш, һағыныу, һыҙланыу ята ине. Иртә атайһыҙ ҡалып, үҫмерлек йылдары ауыр һуғыш йылдарына тап килгән ҡыҙға еңел булмай шул. Ҡәҙерле әсәһе лә аяҡһыҙ ҡала, унан күреү һәләтен юғалта. Салиха инәй үҫмер генә саҡтан колхоз эшендә йөрөй, иген ташый.
—Өйөбөҙҙә тамаҡ ялғар ризыҡ та булмаған саҡтар күп булды. Шуға мине үлтермәҫ өсөн Илсебикә инәй—ҡартатайымдың бер туған һеңлеһе тәрбиәләне, ә әсәйемде атаһы алып ҡайтты,—тип күҙ йәштәре аша хәтерләй үткәнен инәй.
Сыңғыҙ ауылына килен булып төшкәс, колхозда быҙау ҡарай башлай. Ошо ауыр эшкә ғүмеренең 38 йылын бағышлай. Таң менән тороп балаларына, әсәһенә, ҡәйнәһенә тамаҡ әҙерләп, йорт эштәрен эшләп, ямғырлы, ҡарлы-буранлы һыуыҡта колхозға эшкә йөрөү ҙә еңелдән булмай. Әммә ул һис зарланмай, тырышып, намыҫланып эшләй. Шуға ла фиҙаҡәр хеҙмәте бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, “Социалистик хеҙмәт геройы” миҙалы һәм башҡа наградаларға лайыҡ була.
—Эйййй, хәҙер уйлайым да аптырайым. Резинка итек кейеп анау һыуыҡта нисек йөрөнөк икән?! Мал да күп булды бит әле. Бирешмәнек, йырлашып-көлөшөп эшләнек. Өйҙә лә эш күп ине. Балалар, ҡәйнәм, әсәйем…Уларҙы алмаш-тилмәш мунса индереү генә ни тора?! Һыуҙы йылғанан ташыйһың, керҙе ҡул менән йыуаһың, утын индереп ут яғаһың… Анһат булманы ул йәшәүе, әммә кеше татыу, дуҫ, берҙәм булды, бер-береһен күтәрмәләп торҙо,—ти Салиха инәй.
Салиха Хөснийәр ҡыҙы ире Сәйфулла Ғәйзулла улы Буранғолов менән бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, Сәлимйән, Ишбулат, Бикбулат исемле улдарға, Гөлнур, Гөлгөнә исемле ҡыҙҙарға ғүмер биреп матур йәшәп ятҡанда ғаиләгә йәнә ҡайғы килә. Урманға ағас йыға киткән ире һәләк була. Ошо фажиғәгә әллә күпме йылдар үткән, балалар үҫкән, ғаилә ҡорған, хатта ейән-ейәнсәрҙәре ишле булып, Салиха инәйгә бүлә-бүләсәрҙәр бүләк иткән. Ә мөхәббәт йәшәй! Салиха инәйҙең һәр шиғырында, алдан әйтеүемсә, һағыш, һағыныу, һыҙланыу:
Йөрәгемдә һин һаман да тере,
Барлыҡ ерҙән һине эҙләйем.
Һине уйламаған көндәрем юҡ,
Ҡайғыларҙы кемгә һөйләйем?..
—Һәр кемгә үҙ әсәһе иң яҡшыһылыр инде. Беҙҙең өсөн дә әсәйебеҙ иң-иңе, ул—йортобоҙ ҡояшы. Ҡәҙерлебеҙ беҙгә һәр яҡлап өлгө. Тырыш, эшлекле, намыҫлы, бөхтә. Беҙҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләне, алға ҡуйған маҡсатҡа ынтылып йәшәргә өндәне. «Эшләгеҙ, эштән бер кем үлмәй, үлһә, мин күптән үлгән булыр инем»,—тиер ине гел генә. Әсәйебеҙ эскерһеҙ, бер ҡасан да кеше яманлап ултырманы. Кеше ҡайғыһына көйөп, кеше шатлығына һөйөнөп, фатихалар биреп йәшәне һәм йәшәй. Үтә лә оло йөрәкле, сабыр. Уның шул тиклем сыҙамлы булыуы хайран итә,—ти кесе ҡыҙы Гөлгөнә.
Ысынлап та, Салиха Хөснийәр ҡыҙы тормош биргән һәр һынауҙы ғорур һәм түҙемле күтәрә, балаларының да башын эйҙермәй, лайыҡлы тормош көтөргә өйрәтә. Иренең төҫө булған улдарына, ҡыҙҙарына гөрләтеп туйҙар үткәрә, йорт һалырға ярҙам итә. 100 йәшкә тиклем йәшәгән ҡәйнәһен, әсәһен дә һуңғы көндәренә тиклем ҡәҙерләп тәрбиәләй. Иң ауыр саҡта ла, балаларының күңелен әрнетмәҫ өсөн, уларға бер бөртөк күҙ йәшен дә күрһәтмәй.
Салиха инәй саф күңелле, таҙа намыҫлы булғанғалыр Хоҙай уға оло бүләк—оҙон ғүмер биргәндер. Әле ул туҡһанын тураҡлап, килен булып төшкән ауылында улы Бикбулат һәм килене Миңзәлә менән йәшәй. Доғалар, сүрәләр уҡый, 5 намаҙын ҡалдырмай. Ул балалары менән Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберлегендә лә йыш була. “Олатайға йәш сағымда йәйәү бара торғайным. Ошо изге ерҙәрҙә аяттар уҡып, үҙемә йәшәү көсө алып ҡайтҡандай булам. Беҙ шул тиклем ауыр ваҡытты үткәрҙек, аслыҡ-яланғаслыҡты кисерҙек. Беҙ ауыр һуғыш йылдарында һәм унан һуңғы осорҙа күргән михнәттәрҙе бер кемгә лә татырға яҙмаһын. Һәр доғамды тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға бағышлайым”, – тип изге теләктәрен еткерә инәй.
Күптән түгел генә Ишбулат улының үлемен кисергән инәй күҙ йәштәрен эскә йотоп, бар уй-ниәттәрен, хис-тойғоларын, кисерештәрен шиғыр юлдарына һалып әле лә тормош һынауҙарына ҡаршы бара. Ҡалҡаны уның—иман, сабырлыҡ! Ошо сабыр ҡанаттарығыҙ һынмаһын, ағинәй! Һеҙгә балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙҙең ихтирамын, ауылдаштарығыҙҙың хөрмәтен тойоп бәхетле ҡартлыҡ кисерергә Хоҙай насип итһен!
Автор:Резеда Валиева