logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Һеҙҙең батырлыҡ мәңгелек, исемегеҙ үлемһеҙ”

Китапханала 22 июнь — Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған «Һеҙҙең батырлыҡ мәңгелек, исемегеҙ үлемһеҙ» исемле хәтер сараһы ойошторолдо. Ҡатнашыусылар 1418 көн һәм төн барған ҡанлы Бөйөк Ватан һуғышында Ватан өсөн йәнен фиҙа ҡылған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды һәм Хәтер шәмен яҡты. Һәр береһенең алдына ҡуйылған «Хәтер» китабы аша үҙҙәренең туғандарын һәм райондаштарын эҙләне. Шулай уҡ «Сыңғыҙ — изге төйәк» китабы ярҙамында ауылдаш яугирҙәрҙең тарихы барланды.
Сара барышында махсус хәрби операцияла (МХО) һәләк булған ҡаһарман егеттәрҙең, шул иҫәптән беҙҙең ауыл егеттәренең дә батырлығы һәм иҫтәлеге телгә алынды. Улар-беҙҙең заман геройҙары. Бөгөнгө көндә беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын да, МХОла һәләк булған ҡаһарман ир-егеттәребеҙҙе лә берҙәй ололап иҫкә алабыҙ. Уларҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Уларҙы иҫкә алыу-беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Таулыҡай ауыл хакимиәте башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы, яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтеүсе, маскировкалау селтәрҙәре үреүҙә һәм гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарыбыҙға, полковник К.Ситниковтың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Уларға оло рәхмәтен белдерҙе, һәр ваҡыт актив булып ҡалыуҙарын һәм илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләне.