logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

Еңеү беҙҙең йөрәктәрҙә

#ДекадаПобеды
#БөйөкЕңеүгә80
#Победа80
#9Мая
#ДеньПобеды
#ЕңеүКөнө
#СыңғыҙАуылыМодельКитапханаһы
#ЧингизовскаяСельскаяМодельнаяБиблиотека

Бөгөн Сыңғыҙ ауылы халҡы Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығын байрам итте. Байрам мәктәп алдынан алып, мәҙәниәт йортона тиклем урам буйлап “Үлемһеҙ полк” маршы менән үтеүҙән башланып китте.
Артабан тантаналы өлөшө ауыл мәҙәниәт йорто алдында дауам итте. Уны ауылдың имам хатибы Рәжәпов Марат олатайҙың теләктәре, доға ҡылыуы менән башлап ебәрҙек. Унан һүҙҙе Таулыҡай ауыл биләмәһе хакимиәте вәкиле Исхакова Гөлгинә Әбделхәй ҡыҙы алды. Ул ауыл халҡын оло байрам – Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы, Еңеүҙең илебеҙ халҡының ҡаһарманлығы менән яуланыуын билдәләп, илебеҙгә тыныслыҡ теләне. Бөгөнгө көндә ауыл ирекмәндәренең махсус хәрби операцияға ҙур ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт әйтте, әүҙем ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ мәктәп етәксеһе Алтынбаева Миңһылыу Әширәф ҡыҙы ла ауыл халҡына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 80 йыл үтһә лә, илебеҙ халҡы кеүек, Бөйөк Еңеү байрамын Сыңғыҙҙар ҙа шатлыҡ һәм ғорурлыҡ хистәре менән, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер тулҡынланыу менән ҡаршы ала. Шулай булмай, ул аяныслы йылдарҙа һуғыш еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә ҡалмаған, кемдеңдер – ире, икенселәрҙең – атаһы, өсөнсөләрҙең олатаһы фронтта һәләк булған. Бөгөн ошо ваҡиғаларҙы тағын бер иҫкә төшөрҙөк, тарих биттәренә күҙ һалдыҡ, был йылдарҙың ауырлығын, кешеләрҙең тормошон, аяныслы яҙмышын Мәҙинә Туйсина, Гөлсирә Уразбаева, Әлфиә Сирбаеваларҙың шиғырҙары, “Еҙ үксә” өлгөлө, “Наҙгөл” бейеү ансамблдәренең бейеүҙәре, “Йәнтөйәк” фольклор ансамбленең, уҡыусыларҙың, Айгөл Буранбаеваның йырҙары аша күрһәтергә тырыштыҡ.
Һәр ғаиләнең ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышына бәйле үҙ тарихы һәм үҙ хәтирәләре бар. Байрамға килеүселәр ата-бабайҙарының, олатайҙарының портреттарын тотоп килгәйне, йәше-ҡарты метроном һуғыуы аҫтында, аяҙ күк йөҙө, киләсәк өсөн көрәшкән батырҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды. Аҙаҡтан яугирҙәрҙең исем-шәрифтәре мәңгеләштерелгән обелискка венок һалынды. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Һәр икебеҙгә һаулыҡ, именлек, яҡты, тыныс киләсәк насип булһын. Тағын берҙе байрам менән һеҙҙе!!!