logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

Флешмоб «Мин милли кейемдә»

  • 11 сентябрь-Милли кейем көнө. Ошо уңайҙан беҙҙә “Мин милли кейемдә” тип аталған флешмоб үтте. Унда беҙ тарихыбыҙҙы барлап, милли кейемдәребеҙҙең байлығын, матурлығын күрһәтергә йыйылдыҡ. Дәртле башҡорт көйөнә олоһо ла, йәше лә дәррәү ҡушылды. Зарифа Аралбаева түңәрәккә тороп өс таған, айырым, түңәрәктә әйләнеп бейеүҙе өйрәтте. Елбәрәгән еләндәр, көмөш сыңдары ҡушылған селтәрҙәр, төрлө төҫтәге күлдәктәр-түңәрәктә әйләнгән һайын, башҡорт кейеменең гүзәллегенә һоҡланып туя алманыҡ. Был сыңдарҙа халҡыбыҙҙың моңо, был биҙәктәрҙә тарихыбыҙ ҡабатлана.Милли кейем — кейем генә түгел, ул беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм оло байлығыбыҙ!
    Сарала ҡатнашҡан һәр кемгә ошондай гүзәллек өсөн ҙур рәхмәт!