logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

Фотоһүрәттәрҙә тарих

Беҙ мәктәптә уҡыған саҡта 9 май-Еңеү көнө етһә, байрамдарҙа ғына кейгән костюм-салбарҙарын кейеп, түштәренә орден-миҙалдарын тағып, саҡырылған ваҡытҡа һуңламай ғына, зал тултырып ветеран олатайҙар килер ине. Беҙ, уҡыусылар, уларға шиғырҙар ятлап, бейеп-йырлап күрһәтә инек, ә улар һәр сығышты балаларса ҡыуанып, алҡыштарға күмеп ҡарай ине. Ә инде уларҙың һөйләүен беҙ бөтә донъябыҙҙы онотоп, тын да алмай тыңлай торғайныҡ. “Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй” тигән алтаҡта ҡуйылған өйҙәргә лә оло ихтирам менән ҡарай инек. Класс менән уларҙың өйҙәренә барып, йорт-ҡура тирәһендә ярҙам итеү ҙә күңелдәрҙә матур бер иҫтәлек булып һаҡлана…
Бөгөнгө көндә беҙҙең арала был олатайҙарҙың береһе лә юҡ, тик фотоларҙа иҫтәлек кенә булып ҡалдылар. Әммә ләкин беҙ уларҙың һәр береһен бөгөнгөләй иҫләйбеҙ, уларҙың батырлығы, ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ, ветеран олатайҙарҙы тере килеш күргән быуын булараҡ бәхетлебеҙ ҙә.
Был фотоһүрәт мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып эшләгән Бикҡолова-Ҡотосова Флүрә Ибраһим ҡыҙында һаҡлаған. Йәүҙәт Шәһит улы әйтеүенсә, был 1985 йылғы фото. Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләү өсөн Таулыҡай ауылына саҡырылалар, шунда контора алдында төшкән фото. Байрамға бөтәһе лә бара алмай, шуға күрә теүәл түгелдәр.
#ФотоларҙаТарих
#БөйөкЕңеүгә80йыл
#ХәтерМәңгелек
#Декада_Победы
#СыңғыҙАуылыМодельКитапханаһы