logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Йөрәгемдә-бар донъяға һөйөү”

Район үҙәк китапханаһында күренекле шағирә, яҡташыбыҙ Фирүзә Абдуллинаның 65 йәшлек юбилейы айҡанлы ойошторолған “Йөрәгемдә – бар доньяға һөйөү” исемле шиғыр конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Конкурста береһенән береһе шәп 33 шиғыр һөйләүсе үҙ-ара көс һынашты. Ҡатнашыусыларҙы жюри ағзалары: жюри рәйесе Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Сабирова, Өфө ҡалаһынан режиссёр, сценарист Дилә Мөхәмәтйәрова һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре Айгөл Иҙелбаева менән Гөлназ Гүмәровалар шиғырҙың ятланылышы, тасуири һөйләнеүе, биҙәлеше, актерлыҡ һәләте яғынан ғәҙел баһаланылар һәм иң-иңдәрҙе билдәләнеләр.
Сыңғыҙ ауылы моделле китапханаһы исеменән сығыш яһаусы Әхмәтова Эльвира Әбделхәй ҡыҙы, шағирәнең “Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй” шиғырын яттан һөйләп, үҙ категорияһында I урынға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!!! Уның үҙәккә үтеп инерлек итеп һөйләгән шиғырын жюри ағзалары күҙ йәштәрһеҙ тыңлай алманылар. Афарин, Эльвира Әбделхәй ҡыҙы! Һеҙгә киләсәктә лә яңы конкурстарҙа көтөп ҡалабыҙ!