“Йомаҡ – серле йомғаҡ”
Балалар китабы аҙналығы сиктәрендә, кесе йәштәге мәктәп уҡыусылары менән “Йомаҡ – серле йомғаҡ” исемле сара үтте.
Йомаҡ – халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Йомаҡтар кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. “Йомаҡ” атамаһы башҡорт халҡында йомоу һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер. Сара
“Йомаҡ әйтәм, йомаҡ әйтәм,
Уны сискән сос булыр,
Сисәлмәгән тик торор,” – тигән һүҙҙәр менән башланып китһә лә, бер генә лә тик тороусы булманы, һай, состар ҙа һуң үҙебеҙҙең балалар, йомаҡтар менән бергә башватҡыстар систек, әкиәт геройҙарынан һүрәттәр төшөрҙөк һәм бик күп китаптар менән таныштыҡ.