logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Көлә-көлә Һәнәк килә»

#ЧингизовскаяСельскаяМодельнаяБиблиотека
#Һәнәк
#Вилы_ЮбилейныйГод100
Бөгөн Сыңғыҙ ауылы модель китапханаһында халыҡ араһында киң танылыу алған ҡыҙыҡлы, мәрәкә, күңелле, республикала етешһеҙлектәрҙән көлөүсе берҙән-бер баҫма-сатира һәм юмор журналы “Һәнәк” хеҙмәткәрҙәре менән йәнле осрашыу, аралашыу үтте. Илгиз Ишбулатов менән Марат Әминев уйландырҙы ла, моңландырҙы ла һәм, әлбиттә, рәхәтләндереп көлдөрҙөләр ҙә. Ә Артур Василов теләктәре булғандарҙың портреттарын эшләп ҡыуандырҙы. Гүзәл Әминеваның һәм инәйҙәрҙең йыры сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Шулай уҡ осрашыу барышында “Һәнәк” журналына яҙылыу ойошторолдо. 2 сәғәттән ашыу барған саранан бөтәһе лә күтәреңке кәйефтә таралышты. Осрашыуға килгәндәрҙең барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ҡунаҡтарыбыҙға иһә үҙегеҙ ҡыйыу, һүҙегеҙ үткер, һәнәгегеҙ осло булһын тигән теләктә ҡалабыҙ!