«Күп балалы ғаилә-милләтебеҙ ғорурлығы»
Билдәле булыуынса, ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә әсәләргә оло хөрмәтен, тәрән һөйөүен, рәхмәтен белдереп, бөтә Рәсәй халҡы Әсәйҙәр көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан Сыңғыҙ модель китапханаһында «Күп балалы ғаилә-милләтебеҙ ғорурлығы» тип исемләгән осрашыу үтте. Осрашыуға Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе 4 һәм унан куберәк бала тәрбиәләүсе йәш әсәләр саҡырылды. Улар беҙҙең ауылда бөтәһе 9: Рәжәпова Земфира-8 бала әсәһе, Ханафина Рәйлә, Буранбаева Дилбәр, Ғөлбәйетова Гөлиә -5 бала әсәләре, Ҡарамырҙина Гөлфиә, Моталлапова Миләушә, Ибраһимова Илүзә, Миләушә һәм Гөлшат Усмановалар 4-әр бала тәрбиәләүсе әсәләр. Уларҙың һәр береһенең айырым китап итеп яҙырлыҡ тормошо, ғаиләһе бар.
Әңгәмә барышында хәҙерге заманда күмәк бала тәрбиәләүе нисегерәк, уларҙы нисек хеҙмәткә өйрәтергә, нисек итеп иғтибарҙы тигеҙ итеп бүлергә, үҙ -ара татыулыҡты нисек булдырырға, заман ауырлыҡтарына бирешмәй нисек үҙеңде ҡулға алырға һәм башҡа бик күп һораүҙарға яуаптар бирелде, фекерҙәр тыңланылды.
Бала ҡарауҙан тыш бөтәһе лә ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай, төрлө яҡтан үҫешкән, дәртле,тырыш, талантлы ҡатын-ҡыҙҙар. Ауыл эшенән ҡурҡмай, тыуған ауылын ташламай, яңы йорттар һалып инеп, күмәк бала үҫтереп ятыусы был йәш ғаиләләргә афарин тиергә генә ҡала.
Ошо осрашыуҙа 4 бала әсәһе, күп кенә шиғырҙар авторы Гөлфиә Ҡарамырҙинаның шиғырҙары баҫылып сыҡҡан «Ирәндек гәүһәрҙәре» китабының III томының презентацияһын да үткәрҙек. Гөлфиә үҙенең нисек итеп шиғырҙар яҙа башлауын, ҡасаныраҡ илһам килеүен ҡыҙыҡлы итеп һөйләне, үҙенең ошо йыйынтыҡта сыҡҡан «Торна тауышы» исемле шиғырын уҡып ишеттерҙе. Гөлфиәгә ижади үңыштар теләп, киләсәктә үҙенең китабын баҫтырып сығарырға тигән наказ бирҙек.)
Осрашыу, әсәйҙәр үҙҙәре бешереп алып килгән күстәнәстәр менән сәй эсеп, йәнле әнгәмә менән, сәй табыны артында дауам итте.
Саҡырыуҙы ҡабул итеп килгәндәре өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт! Һаулыҡта, именлектә, балалар ҡыуанысында йәшәргә яҙһын.