logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Кеше китә-йыры ҡала”

Быйылғы 2025 йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип иғлан ителеү айҡанлы,Сыңғыҙ ауыл клубында Сыңғыҙ ,Буранбай һәм Таулыҡай ауылдары үҙешмәкәр һәүәҫкәр коллективтар тарафынан әҙерләнгән
исемле бай йөкмәткеле концерт үтте. Концертҡа махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе егеттәрҙең әсәләре, ҡатындары, туғандары саҡырылды. Ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ, Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған йырҙар, бейеүҙәр жюри ағзаларының да, тамашасыларҙың да күңеленә хуш килде. Бөгөнгө көндә улы МХОла хеҙмәт итеүсе Фәниә Әсҡәт ҡыҙы ауыл чатына изге теләктәрен теләп, рәхмәт һүҙҙәрен яҙған. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа егеттәрҙең тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләбеҙ!