logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Китаптарҙа тыуған яғым»

#НеделяКраеведения
#ТирәЯҡтыӨйрәнеүАҙналығы
#ЧингизовскаяСельскаяМодельнаяБиблиотека
Тыуған яҡты өйрәнеү аҙналығы сиктәрендә яҡташыбыҙ, педагог, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе Сәйғәфәров Әмир Зәкир улының тыуыуына 90 йыл айҡанлы, уҡыусылар өсөн өсөн библиодәрес үткәрелде. Уҡыусылар уның библиографияһы менән таныштылар, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Баймаҡ районының энциклопедияһын өйрәнделәр.Әмир Зәкир улы етәкләгән йылдарҙа Баймаҡ мәктәп- интернатында уҡыған Рәйлә Базарбай ҡыҙы уның тураһындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уҡыусылар өсөн был көтөлмәгән яңылыҡ булды. Шулай уҡ Сыңғыҙ ауылынан сыҡҡан крайҙы өйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғолов һәм Барый Туйсиндың “Сыңғыҙ-изге төйәк” китабынан үҙебеҙҙең ер-һыу атамалары менән таныштыҡ, Әнүәр Әсфәндиәровты иҫкә алып үттек. Уҡыусылар ҙа үҙҙәре белгән атамаларҙы һанап сыҡтылар. Дәрес уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.