logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Лечебное питание»

Проект «За здоровьем в библиотеку»
Лечебное питание
Всемирный день здоровья.
Ғаиләнең нисек, нимә менән туҡланыуы өсөн ҡатын-ҡыҙ яуаплы. Яҡындарыбыҙҙы ярымфабрикаттар, дөйөм туҡланыу ойошмаларында әҙерләнгән ризыҡтар менән түгел, үҙебеҙ бешергәне менән туйҙырырға бурыслыбыҙ. Ҡатын-ҡыҙ өҫтәлгә ниндәй һый ҡуя — ире лә, балалары ла шуны ашай. Бөгөн магазиндар зыянлы ҡушымталар өҫтәлгән аҙыҡ-түлек менән тулы заманда гүзәл зат аш-һыу әҙерләү мәсьәләһендә бик мәғлүмәтле, белемле булырға тейеш. Яҡшы хужабикәнең һыуытҡысында һәр ваҡыт ғаиләһе йылытып ашарлыҡ ризыҡ тора, әммә ул файҙалы булырға тейеш. Ниндәй ризыҡ һаулыҡ өсөн бигерәк тә файҙалы, нисегерәк бындай ризыҡтарҙы әҙерләргә, нимәләрҙән баш тартырға, йә самалап ҡына ҡулланырға икәне тураһында беҙ, һәр кем үҙе әҙерләп алып килгән күстәнәстәр менән, күңелле, йәнле сәй табыны артында фекер алыштыҡ, кәңәштәр, рецептар менән уртаҡлаштыҡ. Инна Метельская-Шереметьеваның “Лечебное питание” китабына байҡау яһаныҡ.