logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Әлләсе”уйыны

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан китапханала ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс «Әлләсе» уйыны уҙҙы.
Уйындың төп маҡсаты — Башҡортостан картаһы буйлап төрлө милләттәр йәшәгән райондар аша үтеп, баш ҡалабыҙ Өфөгә етә алыу ине. Ул бер аҙ ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы сәйәхәт формаһында ойошторолдо.Командалар сәмләнеп, дәртләнеп ярышты. Уйын барышында ҡатнашыусыларға республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли аш-һыуҙарын, кейем-һалымдарын, төрлө көнкүреш әйберҙәрен һәм йолаларын һәм башҡа бик күп һүҙҙәрҙе аңлатырға тура килде. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең белгәндәрен иҫкә төшөрҙө, һүҙлек запасын һынап ҡараны, Башҡортостаныбыҙҙың күп милләтле бөйөк тарихын, мәҙәниәтен тағы ла тәрәнерәк аңланы.
Ярыш бик йәнле, күңелле һәм дуҫтарса атмосферала үтте. Күңелдәребеҙгә берҙәмлек тойғоһо һәм яңы белемдәр өҫтәгән ошо сарала ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!