“Ғүмерҙең алтын көҙө”
Октябрҙең беренсе көнөндә оло быуын вәкилдәренә иғтибар һәм хөрмәт күрһәтеү матур бер йолаға әүерелде. Шундай йылы, сауаплы сараларҙың береһе Сыңғыҙ ауылы мәсетендә үтте. Бында Ололар көнөнә бағышлап оло инәйҙәребеҙ һәм олатайҙарыбыҙ өсөн байрам табыны ойошторолдо.
Ауылдың ҡәҙерле өлкәндәре милли ризығыбыҙ — ҡайнар бишбармаҡтан ауыҙ итте, тәмле сәй артында йәнле аралашып, үткәндәрҙе хәтергә алды. Байрамдың рухи өлөшө лә бай булды: мәсеттә вәғәздәр тыңланылды, изге аяттар уҡылып, яҡындарыбыҙҙың рухына бағышланды.
Ололарыбыҙ күңелдәрен күтәргән, йәндәренә йылылыҡ биргән был осрашыуҙан сикһеҙ ҡәнәғәт ҡалды. Улар ошондай иҫтәлекле сараны ойоштороусы ағинәйҙәргә, клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренә, спонсорҙарға оло рәхмәттәрен еткереп, изге теләктәр менән таралыштылар.
Өлкәндәребеҙгә ҡоростай таҙалыҡ, тыныс ҡартлыҡ һәм балаларының, ауылдаштарының иғтибарын тойоп йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
