logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Милли биҙәктәр.»

#Милли_кейем_көнө
#Мастер_класс
#Хәситә#Селтәр
12 сентябрь билдәләнәсәк милли кейем көнө уңайынан, бөгөн Әминева Гүзәл хәситә эшләү буйынса мастер-класс үткәрҙе. Ҡыҙҙар менән хәҙер модаға ингән был милли биҙәүесте ҙур теләк менән эшләргә өйрәндек. Беҙҙең тырышлыҡты күреп, ағинәйҙәр ҙә оҫталык дәресенә ҡушылдылар. Улар беҙгә селтәр эшләү нескәлектәрен өйрәттеләр. “Башҡорт халыҡ сәнғәте” китабынан боронғо биҙәүестәр менән заманса биҙәүестәрҙең оҡшашлыҡ һәм айырмаларын ҡараныҡ, боронғо өлгөгә яҡыныраҡ итеп эшләргә кәрәк тигән фекергә килдек. Мастер-класс барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде, оҫтабикәләргә ҙур рәхмәт! Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ!