«Милли кейем-милләт көҙгөһө»
#Милли_кейем_көнө
#Сыңғыҙ_ауылы_ағинәйҙәре
#Сыңғыҙ_ауылы_моделле_китапханаһы
Бөгөн, 12 сентябрҙә, Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейем көнө үткәрелә. Был байрам төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың бай һәм матур мәҙәниәтен иҫкә төшөрә. Милли кейемдәр – кейем генә түгел, ә быуындан-быуынға тапшырыла килгән тарих, традициялар һәм рухи мираҫ символы.
Милли кейемдәрҙе үҫеп килгән быуынға күрһәтеү, улар менән таныштырыуҙа ағинәйҙәрҙең роле бик ҙур. Улар үҙ ҡулдары менән, береһе икенсеһенекенә оҡшамаған өлгө менән милли кейемдәр тегәләр, биҙәүестәр эшләйҙәр. Беҙҙең ауылдың да уңған, дәртле инәйҙәре, байрам уңайынан йәһәт кенә йыйылып, бер-береһен ҡотлап, фото төшөп ҡайттылар.