Неделя детской книги. История с продолжением.
#Всероссийская_Неделя_детской_книги
#История_с_продолжением
#Чингизовская_сельская_модельная_библиотека
Сыңғыҙ ауылы модель китапханаһында балалар китабы аҙналығы сиктәрендә “Рәхмәт һиңә,китап, белем өсөн, рәхмәт һиңә, олатай, Еңеү өсөн” исемле квест-уйын үтте. Уҡыусылар 5 туҡталышта ла үҙҙәрен китап һөйөүселәр булараҡ күрһәттеләр.
“Әкиәттәр иле” туҡталышында, бирелгән йөкмәткеләре буйынса, әкиәттәрҙе таптылар, ” Бер кем дә, бер нимә лә онотомаған” туҡталышында уларға һуғыш темаһына шиғырҙар тәҡдим ителде һәм ошо шиғырҙың ҡайһы яҙыусыныҡы булыуын әйтергә ине. Был һынауҙы ла улар лайыҡлы үттеләр.
“Китап-беҙҙең дуҫыбыҙ” туҡталышында уларҙы тағы ла ҡыҙығыраҡ һынау көтә ине: билдәле яҙыусыларҙың китаптарын кәштәнән эҙләп табыу, ниндәйҙер бер шиғырҙы табып уҡыу, бүре, ҡуян, айыу, терпе кеүек исемле китаптарҙы табыу- былар барыһы ла мауыҡтырғыс булды. “Бөйөк Еңеү” туҡталышында китапханала ойоштороған китап күргәҙмәһенән Н.Г. Искужинаның “Великая Победа. Бөйөк Еңеү” китабын алырға һәм билдәле булған памятник, бюст, мемориал, статуяларҙы табырға ине. Был һынауҙы ла улар уңышлы үттеләр. Иң аҙаҡҡы туҡталыш- “Китаплы йәйғор” аша үтеп, үҙҙәренә тәмле приз табып ҡыуандылар.