“Ойоҡбаш бәйләү-боронғо һөнәр”
Ойоҡбаш бәйләү — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң боронғо һәм киң таралған һөнәрҙәренең береһе. Бөгөн дә был традиция йәшәй. Беҙҙең ауылдың тиктормаҫ, уңған инәйҙәре йыйылып, йылы ойоҡбаш бәйләү серҙәре менән бүлештеләр. Мәхмүтова Мәрйәм инәй заманса, зауыҡлы ойоҡбаш бәйләргә өйрәтте. Был шөғөл башҡорт мәҙәниәтендәге бер нисә ҡыҙыҡлы үҙенсәлек менән бәйле.
Башҡорттарҙа ойоҡбаш ябай кейем генә түгел, ә ысын сәнғәт өлгөһө булған. Бигерәк тә ала ойоҡбаштар (орнаментлы ойоҡбаштар) юғары баһаланған. Уларҙы бәйләү өсөн төрлө төҫтәге йөндәрҙе файҙаланғандар.
Элек ойоҡбаш ҡыҙҙарҙың бирнәһендә мотлаҡ булырға тейешле әйбер һаналған. Туйҙа кәләш кейәү яғына, ҡәйенбикәләренә үҙе бәйләгән биҙәкле ойоҡбаштар бүләк иткән. Был уның уңғанлығын һәм оҫталығын күрһәткән.
Ойоҡбаштарҙағы биҙәктәр (геометрик һыҙаттар, ромбтар, «ҡусҡар» биҙәге) ғаиләне бәлә-ҡазанан һаҡлаусы талисман ролен дә үтәгән.
Башҡорттар малсылыҡ менән шөғөлләнгәнгә, ойоҡбаштарҙы һарыҡ йәки кәзә йөнөнән иләнгән ептән бәйләгәндәр. Был ойоҡбаштар ҡышҡы һыуыҡтарҙа үтә йылы һәм ныҡлы булған.