logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

Парта Героя

#ПартаГероя
Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә “Герой партаһы” асылды. Был парта ошо мәктәпте тамамлаған, махсус хәрби операцияла беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ һәм тыныс күк йөҙө өсөн батырҙарса һәләк булған яугирҙәр: Туйсин Миңлеәхмәт Нурәхмәт улы, Имәнғолов Тәлғәт Әхмәт улы һәм Килдин Салауат Рим улы иҫтәлегенә арналды. Герой партаһында батырҙарҙың фотоһүрәте ҡуйылған, уның биографияһы, ҡаҙаныштары яҙылған. Был парталар артына мәктәптең иң тырыш, иң һәләтле һәм әүҙем  уҡыусылары ғына ултырырға лайыҡлы.
Сарала Геройҙарҙың туғандары, педагогтар һәм уҡыусылар ҡатнашты.