logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Рәсәйем минең»

#РәсәйКөнө
#12_июня_День_России
#БиблиоЛето
#КнижноеЛето
#ЧингизовскаяСельскаяМодельнаяБиблиотека
Рәсәй көнө – илебеҙ өсөн төп байрамдарҙың береһе. Ул Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының 1992 йылдың 11 июнендә раҫланған ҡарарына ярашлы барлыҡҡа килә. Шулай итеп, 1992 йылдан бирле 12 июндә Рәсәй көнө байрамы билдәләнә.
Китапханаға килгән малайҙар менән бөгөн ошо матур байрам тураһында һөйләштек: уның килеп сығыу тарихын белдек, дәүләт символдарын иҫкә төшөрөп үттек, “Атлас народов России” китабынан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр таптыҡ. Уларға илебеҙҙең киләсәге өсөн тырышып уҡыуҙарын һәм кәрәкле кешеләр булып үҫеүҙәрен теләп ҡалдым.
Барығыҙҙы ла байрам менән! Күгебеҙ тыныс, аяҙ булһын, шатлыҡ менән тыуһын таңдарыбыҙ, илебеҙ имен булһын!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, киләсәккә ышаныс һәм эштәрегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем!