«Әсәйемә бүләгем»
Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында 8 март-Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан уҡыусылар өсөн төҫлө ҡағыҙҙан сәскәле кәрзин эшләү буйынса мастер-класс үтте. Уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм теләк менән тәүҙә кәрзин эшләнеләр, унан әҙер шаблондар буйынса сәскәләрҙе ҡырҡтылар һәм һәр кем үҙенә оҡшағанса йәбештереп сыҡтылар. Улар эш менән булған арала китапханасы Фәрзәнә Аҡбулатованың «Әсәйем ҡояш икән” хикәйәһенең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләне. Уны тыңлағандан һуң уҡыусылар ысынлап та әсәйҙәр өйҙә булмаһа өй һыуыҡ, ҡотһоҙ булыуын, ашаған аштың да тәме булмауы менән килештеләр һәм үҙҙәре лә шундай хәлдә ҡалғандары булғанын һөйләнеләр.
Кәрзиндәр эшләнеп бөткәс бөтәһенең дә йәһәтерәк әсәләренә алып ҡайтып бүләк иткеһе, ҡыуандырғыһы килде.
