«Әсәйем-имзге фәрештәм».Әҙәби-музыкаль кисә.
Һуң булһа ла, мул булһын тип, 29 ноябрь көнө, Сыңғыҙ ауыл клубының сәхнәһен шау-гөр килтереп, Әсәйҙәр көнөнә арналған “Әсәкәйем-изге фәрештәм” исемле әҙәби-музыкаль кисә үткәреп ебәрҙек. Мәктәп уҡыусыларының шиғырҙары, йырҙары, “Еҙ үксә” өлгөлө бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барған концерт ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнде. Шиғри һәм проза юлдар аша беҙ, әсәйҙәрҙең ысынлап та һине бәлә-ҡазаларҙан яҡлаусы, һаҡлаусы, ауырығанда дарыуҙан да көслө тәҫьир итеүсе, шатланғанда бергә шатланыусы, көйәләнгәндә бергә көйөүсе изге бер фәрештә икәнен, иҫбат иттек.
Шулай уҡ бөгөнгө көндә улдары МХОла хеҙмәт иткән әсәйҙәргә, батыр улдар үҫтергәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, күстәнәстәр таратылды. Егеттәребеҙ тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар тигән изге теләктә ҡалабыҙ.
Әсәйҙәрҙе ҡәҙерләйек, яратайыҡ, уларҙың йөҙҙәре гел шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына балҡып торһон.
Байрамда ҡатнашыусылаға, уларҙың етәкселәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Дәртегеҙ һүнмәһен, һүрелмәһен, ижади уңыштар һеҙгә!!!