Шиғриәт аҙналығы. «Мостай беҙҙең күңелдә» әҙәби сәғәте.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуына 105 йыл тулыу айҡанлы китапханала уҡыусылар өсөн әҙәби сәғәт уҙғарылды. Уҡыусылар Мостай Кәримдең тормош юлы, ижады менән танышты, үҙҙәре уның тураһында нимәләр белә икәнен әйтеп үттеләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр, балалар өсөн ижад ителгән емештәре менән дә ҡыҫҡаса танышып үттеләр. Шулай уҡ ҡыҙҙар һәм егеттәр шағирҙың төрлө темалар буйына ижад ителгән шиғырҙарынан өҙөктәр уҡып ишеттерҙеләр. Әҙәби сәғәтте “Уңдым” шиғырына яуап итеп, ысынлап та Мостай Кәримдән уңдыҡ икәненбеҙҙе дәлилләп яҙылған шиғри юлдар менән тамамланыҡ.