logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Шиғриәт берләштерҙе.

Беҙҙең халыҡ электән йор һүҙле, сәсән телле, моңло булған. Шуға ла, һөнәре ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ул шиғыр яҙған, моңланған. Беҙҙең ауылда ла шиғыр яҙыу оҫталары йәшәй. Шуларҙың береһе—90 йәшлек Салиха инәй Буранғолова. Бөгөн, Бөтә Донъя шиғриәт көнөндә, беҙ уның менән Сыңғыҙ ауылы китапханаһында осрашыу үткәрҙек. Сәбәбе лә бик күркәм: яңыраҡ ҡына инәйҙең шиғырҙар китабы сыҡты. Ауылдашыбыҙ, журналист Резеда Усманова ярҙамы менән сығарылған «Күңелем дәфтәре» исемле йыйынтығында Салиха инәйҙең күңел һыҙланыуҙары, уйҙары, һағыш-ҡыуаныстары сағыла.
Салиха инәй йәшләй бик күп ауырлыҡтар күргән. Әммә тормошҡа, кешеләргә ҡарата һөйөүе һүрелмәгән, күңеле ҡатмаған. Бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп үҫә, колхозда быҙау ҡарау эшендә намыҫлы һәм маҡтаулы эшләй. Бөгөнгө сараға уның элекке коллегалары килде, бергә эшләгән мәлдәрен иҫкә алдылар, хәтирәләргә бирелеп берсә көлдөләр, берсә иланылар.
Эйе, дәртләнеп бергә һәм татыу эшләгән күңелле мәлдәр йылмайырға мәжбүр итһә, ауыр мәлдәр һағышҡа һалып, илатып ала. Әммә ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы бар: береһе һүнһә, икенсеһе яна. Салиха инәй күп ауырлыҡтар күрһә лә, сыраҡтарын әле һүндермәгән. Олоғайған көнөндә шиғырҙар йыйынтығын сығарып, ауылдаштарына рухи шатлыҡ өләште. Осрашыу сараһында уның шиғырҙарын уҡып кинәнес таптыҡ. Шиғриәт көнөндәге сара бик йылы шарттарҙа үтте. Күңелебеҙ нурланып, рухи байлыҡ алып таралыштыҡ.