logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Синичкин день.»

12 ноябрь Рәсәйҙә Ҡарабаш турғайҙар көнө (Синичкин день) билдәләнә. Был ҡоштар, башҡа ҡышлаусы ҡоштар кеүек үк, беҙгә һыуыҡтар башланғас йүнәлә. Ата-бабаларыбыҙҙың ышаныуы буйынса, тап 12 ноябрҙә ҡышлаусы ҡоштар ҡалаларға һәм ауылдарға килә. Был көндө өлкәндәр иҫке тағараҡтарҙы йүнәтә һәм яңыларын аҫып ҡуя, ә балалар ҡоштарҙы ашата.
Ошо көн уңайынан, Сыңғыҙ ауылы моделле китапханаһында балалар өсөн уйын-дәрес үткәрелде. Байрамдың килеп сығыу тарихы, күсер һәм ҡышлаусы ҡоштар тураһында тыңлағандан һуң, балалар йомаҡтар систеләр. Унан һуң “Һүрәттәргә ҡарап ҡоштарҙы танып-бел!” уйынында ихлас ҡатнаштылар. Ә “Ҡоштарҙы тауыштарынан таны!” уйыны бик ҡыҙыу, бәхәсле барҙы. Һуңынан малайҙар һәм ҡыҙҙар менән “Оя алыш” уйынын уйнаныҡ. Күңелле һәм файҙалы ял минуттары барыһына ла оҡшаны. Балалар ҡышҡы һыуыҡтарҙа мотлаҡ ҡоштарҙы ашатасаҡбыҙ, уларға тағараҡтар эшләп ҡуясаҡбыҙ тип вәғәҙә бирҙеләр.