“Студенттарҙың фольклор практикаһы”
Кисә Сыңғыҙ ауылына Өфө фән һәм технологиялар университетының Баймаҡ районына фольклор практикаһы менән килгән студенттары ҡунаҡҡа килде. Уларҙың маҡсаты — халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын йыйыу һәм һаҡлау. Йәштәр фольклор һәм ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһынып, ауылыбыҙҙың ижади хазинаһы менән танышты. Улар инәйҙәребеҙҙең ҡул эштәренә һоҡланды, ижадтарын сикһеҙ яратты. Мәҙинә Туйсина һәм Әлфиә Сирбаеваның йөрәк түренән сыҡҡан шиғырҙары, ағинәйҙәрҙең таҡмаҡтары, ҡобайырҙары һәм моңло мөнәжәттәре барыһын да арбаны. Студенттар был ҡабатланмаҫ мәлде телефондарына яҙып алырға тырышты.
Был осрашыу — быуындар бәйләнешенең сағыу өлгөһө.Милли мәҙәниәтебеҙҙе барлаған, уны киләсәк быуындар өсөн һаҡларға тырышҡан студенттарға һәм уларҙың етәкселәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Йәштәребеҙҙең ҡыҙыҡһыныуы һүнмәһен, ә халыҡ хазинаһы артабан да йәшәһен!
