“Тәңкәле ҡыҙ”
Ниғәмәт ауылында башҡорт әҙәбиәтендә бөйөк урын биләгән мәшһүр яҡташыбыҙ – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың ижадына бағышланған «Тәңкәле ҡыҙ» район бәйгеһенең һайлап алыу туры үтте.
Был матур, милли рухлы бәйгелә халҡыбыҙҙың асылын, ҡыҙҙарыбыҙҙың һылыулығын, зирәклеген һәм талантын һынанылар. Сара һәр ҡатнашыусы өсөн оло бер байрамға, ижад тантанаһына әүерелде.
Сыңғыҙ ауылынан ҡатнашҡан һылыубыҙ Хазина Ҡарамырҙина үҙенең таланты менән барыһын да һоҡландырҙы һәм «Ижади һылыу» номинацияһында еңеү яуланы. Хазинаны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Уға артабан да яңынан-яңы ижади уңыштар, сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ! Ҡыҙы менән бергә сәхнәләштереүҙә ҡатнашҡан, уға һәр яҡлап ярҙам иткән, ышанысын арттырғаны өсөн әсәһе Гөлфиә Ҡарамырҙинаға ла афарин тип әйтәбеҙ, рәхмәт белдерәбеҙ.
Милли йолаларыбыҙҙы һаҡлаған, яҙыусыбыҙҙың ижадын ололаған ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға ла оло рәхмәт!

