logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Тарих һаҡлай ҡулъяҙмалар”

Һәр ауылдың үҙ тарихы, үҙ үткәне бар. Әммә ошо тарихты киләсәк быуындарға яҙып ҡалдырыу-оло хеҙмәт тиһәк тә хата булмаҫ. ХХ быуаттың 70-се йылдарында Сыңғыҙ ауыл халҡы ошондай изге эшкә тотона. Улар ауылдың үткән тормошон, тарихын тасуирлап, оло бер ҡулъяҙма хат яҙып ҡалдыра. Ул хат капсулаға һалынып, паркка күмелә һәм 50 йылдан һуң асылырға тейеш була. Әммә ләкин ковид, унан МХО башланып китеү сәбәпле был эш туҡталып тора. Был тарихи документҡа ошо хатты яҙыуҙа ҡатнашҡан һәм шул ваҡытта ҡул ҡуйған 18 йәше тулған бөтә ауыл халҡының исемлеге теркәлгән. Киләсәкте уйлап, улар ул хаттың күсермәһен дә (копия) яҙып ҡалдырғандар. Был-олатай-инәйҙәрҙең үҙ ҡулдары менән ҡалдырған тере тарихы, уларҙың ошо ерҙә йәшәүен раҫлаусы ҡултамғалары.
Яңыраҡ ошо хаттың күсермәһен ауылдашыбыҙ Фәнисә Азамат ҡыҙы Әхмәтова китапханаға алып килеп тапшырҙы. Был оло эш өсөн Фәнисә Азамат ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Бөгөн был ҡулъяҙма беҙҙең өсөн генә түгел, ә киләсәк быуындар өсөн дә ауылыбыҙ тарихын, шәжәрәбеҙҙе өйрәнеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Ауылдаштар! Әгәр һеҙҙең дә был ҡулъяҙма, ундағы исемдәр менән танышҡығыҙ йәки олатайҙарығыҙҙың иҫтәлектәрен белгегеҙ килһә, китапханаға рәхим итегеҙ! Тарихыбыҙҙы бергәләп өйрәнәйек!