logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Терроризмға юл юҡ!»

Балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатыу- уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙың төп нигеҙе. Бөгөн беҙ балаларға терроризм тураһында белешмә бирҙек, уйын формаһында ҡулланып ҡараныҡ. Мәҫәлән, таныш булмаған ҙур юл сумкаһын ултырттыҡ һәм балаларға ул сумканы нимә эшләтергә кәрәклеге тураһында һораныҡ һәм яуаптар алдыҡ. Шулай уҡ баҡса буйына, күренгән ергә аҡса төрөп һалдыҡ һәм уға тейергә яраймы, ярамаймы, ни өсөн икәнлеге тураһында һөйләнек.
Балаларға был мәғлүмәтте еңел һәм аңлайышлы итеп еткереү өсөн ошондай ҡағиҙәләр сығарҙыҡ:
“Юғалды-тапты” ҡағиҙәһе: Иғтибарһыҙ ҡалдырылған әйберҙәрҙе (уйынсыҡ, телефон, сумка) һис ҡасан да асмағыҙ һәм ситкә типмәгеҙ (уларға шартлатҡыс ҡоролмалар йәки тирә-яҡтағыларҙы йәлеп итеү өсөн махсус ҡапҡандар ҡуйылған булыуы мөмкин). Улар тураһында шунда уҡ ололарға, китапханасыға йәки клуб мөдиренә хәбәр итергә кәрәк.
“Таныш булмаған кеше” ҡағиҙәһе: Урамда йәки интернетта таныш булмаған кешеләрҙән бүләктәр, тәм-томдар алмағыҙ һәм улар саҡырған ергә бармағыҙ.
“Шикле кеше” ҡағиҙәһе: Әгәр берәй кеше үҙен сәйер тотһа йәки балаларҙың эшенә ҡыҙыҡһынһа, тиҙ генә кеше күп булған урынға китергә йәки ололарҙан ярҙам һорарга кәрәк.
Шулай уҡ биналағы эвакуация юлдары менән дә таныштырҙыҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында төп ишектәрҙә кеше күп булыуы ихтималлығы, шуға күрә запас сығыу урындарын (эвакуация ишектәрен) белеү һәм паникаға бирелмәйенсә шунда йүнәлеү мөһимлеге тураһында һөйләнек.