logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Триколор.”

#22_август_РәсәйФлагыКөнө
#ДеньГосударственногоФлагаРоссийскойФедерации Ауылдарҙа киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ағинәйҙәрҙең роле бик ҙур. Улар үҙ өлгөһөндә баларҙа тыуған илгә, тыуған ергә һөйөү уятыу, илһөйәрлек, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ихтирам итеү кеүек сифаттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәләр.
Билдәле булыуынса, 22 август- Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө билдәләнә. 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя. Ошо уңайҙан Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре лә балаларға Рәсәй флагының килеп сығыу тарихы, һәр төҫөнөң нимә аңлатыуы, мөһимлеге тураһында һөйләнеләр, дәүләт символдарын ихтирам итергә саҡырҙылар.