“Тыуған ауылым.”





Кисә, йәғни 19 сентябрь, Сыңғыҙ ауылы клубында ауылдашыбыҙ, яҙыусы, журналист, режиссёр Тәнзилә Кейекбаева менән бик матур осрашыу үтте. Режиссёрҙың ауылдаштар ҡатнашлығында үҙе төшөргән “Тыуған ауылым”, “Оҙон көндөң бер мәле”, шулай уҡ М. Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән “Ашҡаҙар” исемле фильмдары күрһәтелде, тыуған яҡ, тыуған ауыл, ер тураһындағы шиғырҙары автор башҡарыуында уҡылды. Фильмды ҡарап үҙҙәрен күреүселәр ҡыуандылар, хәҙер инде арабыҙҙа булмағандарҙы танып уфтандылар. “Оҙон көндөң бер мәле” фильмының төп героиняһы-92 йәшлек Сәлихә инәй Буранғолованың ҡатнашыуы сараға ҙур биҙәк өҫтәне. Шулай уҡ, ошо фильмда ҡатнашыусы, яңыраҡ ҡына үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләүсе Рәсимә инәй ҙә килгәйне. Тәнзилә Әхмәт ҡыҙы уларға 1995 йылда фильмда ҡатнашырға риза булғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте һәм бүләктәр ҙә тапшырҙы.
Белеүебеҙсә, Тәнзилә Әхмәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар Италияла эшләп, йәшәне. Сит илдәге тормош тураһындағы монологы ла тамашасыларҙың күңеленә үтеп инде. Тыуған яғын һағыныуын, кисерештәрен, киләсәктә мотлаҡ ауылға ҡайтып, ауылдаштары, туғандары эргәһендә йәшәүен бәйән ителә ул монологтарҙа. Ысынлап та бөгөнгө көндә ул ауылдан өй алып, йәй буйы шунда йәшәп,баҡса үҫтереп, Һаҡмар йылғаһында рәхәтләнеп һыу инеп, күрше-тирәһе менән ҡатышып йәшәй.
Сара һуңында ул киләсәктә “Оҙон көндөң бер мәле”-2 фильмы ла буласаҡ әле тигән хыялын да әйтеп һалды. Был фильм мотлаҡ булыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Ә артабан бөгөнгө сарала ҡатнашып ҡайтҡан хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәниә Әсҡәт ҡыҙы Уразбаеваның кисерештәрен еткерәм.
“Бөгөн клубта билдәле яҙыусы,режиссёр,журналист Тәнзилә Кейекбаева менән осрашыу булды.Осрашыуҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, үҙебеҙгә ял булды, матур кисерештәр менән таралыштыҡ.”Тыуған ауылым” һәм “Оҙон көндөң бер мәле” фильмдары 1995 йылда төшөрөлгән. Күпме тарихи күренештәр ҡарап ҡыуандыҡ, хәтирәләр яңырҙы,сит илдәрҙә йөрөгәндә үҙ тыуған яғын һағынып, кисерештәрен шиғыр юлдарына һалған. Фильм-монологы ла оҡшаны Тәнзилә апайҙың. Ижадығыҙ һүрелмәһен,тағы ла фильмдар көтәбеҙ һәм повесығыҙҙы ҡулыбыҙға алып уҡырға өмөтләнәбеҙ.Рәхмәт бөгөнгө осрашыу өсөн!” -тип рәхмәт һүҙҙәрен еткергән ул.