Тыуған яҡты өйрәнеү аҙналығы
#Неделя_краеведенияБМЦБ
#Тыуған_яҡты_өйрәнеү_аҙналығы
Хөрмәтле китап һөйөүселәр!
Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһы “Сыңғыҙым” исҽмлҽ китабын уҡырға тәҡдим итә؛
Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы таланттарға ла, тарихҡа ла бай. Тарихсы Әнүәр Әсфәндийәров үҙенең фәнни тикшеренеүҙәрендә тыуған ауылын йыш телгә алһа, тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғолов, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған ауылы тарихын өйрәнеүсе Барый Туйсин, журналист, режиссер Тәнзилә Кейекбаева Сыңғыҙ тарихына, ер-һыу атамаһына, шәхестәренә арнап китаптар сығарғайны инде. 2022 йылда “Сыңғыҙым” китабы сыҡты.
Был китап тотош ауыл менән берлектә яҙылды тип әйтергә була. Бында әлеге көндә ошо ауылда йәшәүсе ғаиләләр, уларҙың ата-әсәләре, балалары хаҡында һөйләнелә. Шулай уҡ тарихҡа күҙ һалына, булған хәлдәр ҡыҙыҡ итеп тәфсирләнә, тарихи фотолар бирелә. Китап бик күләмле, 500 биттән тора. 200 данала нәшер ителгән.
Яҙмаларҙы Сыңғыҙ ауылы ҡыҙҙары — Ярат мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаева һәм журналист Резеда Усманова бер урынға туплап, мөхәррирләп шәхси эшҡыуар Айбулат Уразбахтин типографияһында баҫтырҙы