logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

Ҡурай көнө

10 октябрҙә Башҡортостанда республикабыҙҙың иң сағыу символдарының береһенә арналған байрам-Ҡурай көнө билдәләнә.
Байрамдың маҡсаты — башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурайҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу.
Ҡурай — башҡорт халҡының тарихы, уның мәҙәниәте һәм яҙмышы.
Ҡурай көнө менән, дуҫтар!

Йомабай ҡурайы

Урал ғына тауҙың көн битендә

Үҫә генә булыр бер ҡурай.

Шул ҡурайҙы ҡырҡып уйнаниһәң,

Моңо Урал тауын бер урай…

Ҡурай тарта егет. Эй һыҙҙыра!..

Ҡайҙан ғына сыға был тауыш?!

Ярһыу хисе, моңһоу наҙы менән

Йөрәктәрҙе һыға был һағыш…

Хас дошмандар күпме тырышҡандар

Ҡурайсының өнөн тығырға,

Фарман булған тиҙәр шул үләндең

Үҫеүен дә бермә тыйырға.

Әммә мәғрур Урал, шуны тойоп,

Иткән икән үҙе булышлыҡ:

Ҡурай тағы тупраҡ тишеп сыҡҡан,

Күкрәгендә моңға тулышып.

Быуат-быуат әллә күпме афәт

Быуып алғанда ла алҡымдан,

Иҫән ҡалған Иҫәнбай тоҡомло

Шанлы ҡурайсыһы халҡымдың.

Йөҙ йылдарға бәлки берәү тыуыр

Йомабайҙай бөйөк ҡурайсы.

Тағы тыуыр, әгәр еребеҙгә

Булһаҡ имен таңдар ҡурғаусы.

Уны ла бит — ябай башҡорт улын —

Моңло-зарлы халҡы тыуҙырған

Һәм йәлләмәй зирәк күңеленә

Мөлдөрәмә хис-моң һыйҙырған…

Урал ғына тауҙың көн битендә

Үҫә икән ҡырлы бер ҡурай,

Шул ҡурайҙы ҡырҡып уйнаниһәң,

Моңо донъяларҙы бер урай.

Мәңге йәшәр ҠУРАЙ.

Ул — үлемһеҙ:

Ул башҡорттоң йәшәй аңында,

Ул башҡорттоң йәшәй булмышында,

Ул башҡорттоң йәшәй ҡанында!..

Ҡ. Аралбаев