«Уралымда ҡалыр моңдарым»
#АбдулхаҡИгебаевҡа_95йыл
#УралымдаҠалырМоңдарым
#СыңғыҙАуылыМодельКитапханаһы
Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы “Уралымда ҡалыр моңдарым” район шиғыр һөйләүселәр конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең ауылдан Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙы Туйсина “Шиғриәткә тоғролоҡ” номинацияһында абсолют еңеүсе тип танылды. Ә Әлфиә Әҙеһәм ҡыҙы Сирбаева Гран-при яуланы🔥. Ҡотлайым еңеүселәрҙе🌹🌹🌹 Артабан да китапҡа, шиғриәткә булған һөйөүегеҙ һүнмәһен, алда тағын да еңеүҙәр көтһөн беҙҙе!
