logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Вслед за Гагариным»

  12 апрель көнө Байконур космодромынан “Восток-1” карабында Мәскәү ваҡыты менән иртәнге унынсы ете минутта данлыҡлы “Ҡуҙғалдыҡ !” тигән һүҙе менән лётчик-майор Юрий Гагарин йыһанға юл ала. Уңышлы старттан һуң, ракета тиҙлеген арттырып, һуңғы баҫҡысынан айырылып, Ер тирәләй ирекле генә әйләнеп сыға ла кире ҡайтыу өсөн орбитанан төшә башлай. Мәскәү ваҡыты менән биш минуттан ун бер тулғанда ул Һарытау өлкәһе Тернов районының Смеловка ауылы эргәһенә, һөрөлгән ер өҫтөнә имен генә килеп төшә. Ошонан бирле кешелек тарихында беренсе булып йыһанға осош яһаған көн – Рәсәй космонавтикаһы көнө булараҡ билдәләнә башлай. Йондоҙҙарға юл асҡан беренсе космонавт Юрий Гагаринды беҙ ғорурланып иҫкә алабыҙ, уның тураһында балаларға ла һөйләйбеҙ. Айгөл Мостафа ҡыҙы менән берлектә картондан космос карабы эшләп, “йыһанға” осороп та ҡараныҡ.