logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

Встреча «Герой нашего времени». Соревнование «Йәгеҙ әле, егеттәр!»

#Год_поддержки_участниковСВО_и_их_семей
#МХОла_ҡатнашыусыларға_һәм_уларҙың_ғаиләләренә_ярҙам_итеү_йылы
#ЧингизовскаяСМБ
Бөгөн, мәктәп, ауыл китапханаһы һәм клубы менән берлектә, махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Ахмет” позывнойлы яугир менән бик матур осрашыу үтте.
Илһөйәрлек менән һуғарылған сараның беренсе өлөшөндә яугир үҙенә бирелгән һорауҙарға ҡыҫҡа, әммә төплө яуаптар бирҙе, егеттәргә хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса кәңәштәрен еткерҙе. Барыбыҙ ҙа аныҡ миҫалда ысын геройҙың йәнәшәлә йәшәүен күрҙек. Осрашыу яугирҙең бер туған апаһы Гүзәл Әминева, Илдар Ғөлбәйетовтың йырҙары һәм Хазина Ҡарамырҙинаның шиғыры менән үрелеп барҙы.
Икенсе өлөштә егеттәр араһында “Йәгеҙ әле, егеттәр!” спорт ярышы үткәрелде. Командалар маршировка,турникта ҡалҡыныу, сәпкәгә атыу, канат тартышыу һ.б ярыштарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең физик яҡтан көслө, хәрби хеҙмәткә әҙер булыуҙарын иҫбатланылар.
Сара сәй табыны менән тамамланды.
Бөгөнгө осрашыуыбыҙға килгән геройыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер,именлек теләп ҡалабыҙ. Аллаһы тәғәлә һеҙҙе һәр саҡ һаҡлап, яҡлап торһон. Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып,барлыҡ егеттаребеҙ ҙә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар!