logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Встреча с населением»

#Встречи_с_населением_главы_Баймакского_района
Бөгөн, Сыңғыҙ ауылы клубында, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Иҙрисов Азамат Сәфәрғәле улы халыҡ менән осрашыу үткәрҙе. Ябай, халыҡсан, күҙгә-күҙ ҡарашып, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, ҡара-ҡаршы ултырып аралашыу ҡатнашыусыларға бик оҡшаны. Азамат Сәфәрғәле улы ауылдың төҙөк, таҙа булыуын телгә алып, бында эшсән, берҙәм халыҡ йәшәйҙер тип уйлайым тип, һоҡланыуын белдереп үтте.
Ауылдың глобаль проблемалары менән ир-егеттәр ҡоро исеменән Усманов Нур Мортаза улы сығыш яһаны. Ҡайһы бер проблема осрашыу барышында уҡ хәл ителде👍👍
Осрашыуға килгән һәр кем үҙен борсоған һорауҙарға ыңғай яуап алды, шәхси һорауҙары менән дә мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды.
Киләсәктә лә ошондай осрашыуҙар мотлаҡ буласаҡ тип вәғәҙә биреп хушлашты Азамат Сәфәрғәле улы.
Шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы (ППМИ-2025) буйынса алынған трактоҙы ла күрһәттек.