logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Ярты быуат мөхәббәттә һәм тоғролоҡта”

2026 йыл Башҡортостанда «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» тип иғлан ителде. Ошоға ярашлы, бөгөн Сыңғыҙ ауылында тантаналы һәм шул уҡ ваҡытта сағыу байрам үтте. Ярты быуат буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош һуҡмаҡтарынан бергә атлаған гүзәл парҙарыбыҙ — Әнүәр һәм Вәсимә Солтангилдиндарҙы, Марат һәм Ишһылыу Рәжәповтарҙы Алтын туйҙары менән ҡотланыҡ.
50 йыл бергә йәшәү — ул оло хеҙмәт, түҙемлек, бер-береңә сикһеҙ хөрмәт һәм һүнмәҫ мөхәббәт өлгөһө. Был иҫтәлекле көндә улар өсөн махсус рәүештә ЗАГС тантанаһы ойошторолдо. Юбилярҙар ҡабаттан туй вальсына әйләнде, ғаилә усағы ҡабыҙҙы, бәпесте йүргәккә төрҙө, уйынлы-ысынлы һорауҙарға яуап бирҙе, бер-береһенә йылы һүҙҙәрен әйтте.
Бындай оло ваҡиғаны уртаҡлашыр өсөн парҙарҙың ҡәҙерле балалары( Солангилдиндар 6 ҡыҙға, Рәжәповтар 3 ул һәм 2 ҡыҙға ғүмер бүләк иткән), туғандары, улар менән бергә йөрөгән ансамбль ағзалары һәм бөтә ауылдаштары йыйылды. Ҡотлауҙарҙың иң мәртәбәлеһе — Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты һәм махсус бүләктәре уларға оло ғорурлыҡ өҫтәне. Байрам шиғыр, йыр-бейеү менән үрелеп барҙы, һәр кем моңло күстәнәс әҙерләп килгән ине.
Хөрмәтле Әнүәр олатай менән Вәсимә инәй, Марат олатай менән Ишһылыу инәй! Һеҙҙең ғаилә усағығыҙ тағы ла оҙаҡ йылдар йылылыҡ биреп дөрләп янып торһон, балаларығыҙҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең иғтибарында, ауылдаштарҙың хөрмәтендә, һаулыҡта һәм бәхеттә ғүмер итергә яҙһын! Йәштәргә һеҙҙән күреп ошондай уҡ оҙон, парлы ғүмер теләйбеҙ.