“Зирәк тә ул, аҡыллы ла беҙҙең башҡорт улдары”.
Бөгөн китапханала Башҡорт теле көнөнә арналған “Зирәк тә ул, аҡыллы ла беҙҙең башҡорт улдары” тип аталған, уйлау, фекерләүгә ҡоролған сара үтте. Был сара балаларҙың башҡорт теленә һөйөүҙәрен арттырыу, һүҙ запасын тулыландырыу маҡсатында ойошторолдо һәм унда тик малайҙар ғына ҡатнашты. Улар ярыша-ярыша башҡортса ребустарҙы һәм кроссвордтарҙы систеләр, “аҙашҡан” хәрефтәрҙе урындарына ҡуйып һүҙҙәрҙе таптылар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, эш ҡоралдарының башҡортса атамаларын һанап сыҡтылар.Был уларҙың тел белеме һәм уйлап табыу һәләтенә йоғонто яһаны.
Шулай уҡ балаларҙың башҡорт теленең үҙенсәлектәренә һәм уның байлығына иғтибарын йүнәлткән башҡа уйындар ҙа булды. Уларҙың береһе — бирелгән һүҙҙәргә ҡапма-ҡаршы һүҙҙәр уйлап табыу уйыны булды. Малайҙар был эште лә ихлас атҡарып сыҡтылар, үҙҙәре онотҡан ҡайһы бер башҡорт һүҙҙәрен иҫтәренә төшөрҙөләр.
“Башҡорт халыҡ ижады” китабынан туған тел, тыуған ил, ер тураһындағы мәҡәл-әйтемдәр менән дә танышып киттек.
Был ҡыҙыҡлы сара малайҙарға оҡшаны. Улар үҙҙәренең башҡорт телен яҡшы белеүҙәре менән ғорурланып та ҡуйҙылар.