logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

Новости

Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл.Китап күргәҙмәһе.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында шағирҙың китаптарынан күргәҙмә ойошторолдо.Үҙебеҙҙең яратҡан, бөйөк шағирыбыҙҙың китаптарын ҡулға алып, уҡып, рухи аҙыҡ алып ҡайтыр өсөн күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!!!
22 октября 2024 114

Республика көнө менән!

Бөгөн Республика көнөнә ҡарата Сыңғыҙ мәктәбендә уҡыусылар, уҡытыусылар, ағинәйҙәр, клуб, библиотека хеҙмәткәрҙәре менән берлектә бик матур, фәһемле тантаналы линейка ойошторолдо. 6-сы класс уҡыусылары, класс етәкселәре Рәйлә Базарбай ҡыҙы менән Башҡортостан тураһында шиғырҙар ятланылар, уны ...
15 октября 2024 78

Ололар Көнө Менән!!!

Бөгөн Сыңғыҙ мәктәбендә байрам уңайынан, ололарға ихтирам, иғтибар йөҙөнән байрам ойошторолдо. Мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән концертты ҡарағандан һуң инәй-олатайҙар ҙа дәртләнеп йырлап, бейеп алдылар. Концерттан һуң мәктәп ашханаһында бишбармаҡ ашап, гөрләшеп сәй эсеп, доға ҡылып, рәхмәт ...
1 октября 2024 90

Өләсәй менән – китапханаға

#Библионочь_2024 Ғаилә йылы сиктәрендә үткән “Китапхана төнө” акцияһы “ Өләсәй менән – китапханаға!” исеме аҫтында үтте. Сараға саҡырылған һәр өләсәй китапханаға ейән- ейәнсәрҙәре менән килде. Өләсәй һыны һәр ғаиләлә элек-электән оло әһәмиәткә эйә, ҙур тәжрибәле, аҡыллы, уңған өләсәйҙәр ...
20 апреля 2024 806

“Йыһан киңлектәренә сәйәхәт”

Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында Космонавтика көнөнә арналған “Йыһан киңлектәренә сәйәхәт”исемле ҡыҙыҡлы сара уҙҙы.Уҡыусылар космос тигән ғәжәйеп донъя тураһында мәғлүмәт алдылар,викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр,эйе-юҡ һәм осош уйындарын уйнанылар.
12 апреля 2024 450

“Әҙәби осрашыу”

Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында бер төркөм яҙыусылар,шағирҙар,музей хеҙмәткәрҙәре:Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Миләүшә Ҡаһарманова, Гөлназ Ҡотоева, Венер Исхаҡов, Ғәҙилә Бүләкова, Хәмит Әбүбәкиров, Рәйлә Сабитова менән “Әҙәби осрашыу” үтте.
1 апреля 2024 716

“Йомаҡ – серле йомғаҡ”

Балалар китабы аҙналығы сиктәрендә, кесе йәштәге мәктәп уҡыусылары менән “Йомаҡ – серле йомғаҡ” исемле сара үтте. Йомаҡ – халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Йомаҡтар кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. ...
27 марта 2024 639

“КИТАПХАНА БУЙЛАП”КВЕСТ УЙЫН

Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында “Ғаилә уҡый,ил уҡый” Балалар китабы аҙналығы асылды. Беренсе көндә аҙналыҡты асыу һәм “Китапхана буйлап”    исемле квест үтте.Балалар китапхана ҡағиҙәләре менән таныштылар. Китапты нисә көнгә алып торорға була, юғалтырға, бысратырға, йыртырға ярамай ...
25 марта 2024 851

“Тыуған яғыбыҙҙы шиғырҙарыбыҙҙа данлайбыҙ

Бөтә донъя шиғриәт көнөнә бағышлап Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында уҡыусылар өсөн матур сара үтте. Ул “Тыуған яғыбыҙҙы шиғырҙарыбыҙҙа данлайбыҙ” тип аталды. Уҡыусылар шиғриәт донъяһына сәйәхәт ҡылып, яҡташ шағирҙарыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт алды, уларҙың китаптары менән яҡынданыраҡ танышты. ...
21 марта 2024 541