#проекткрай_вкотором_ты_живешь
Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында “Аҡсәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәленеүселәре(тәрбиәсе Буранбаева З.Ә. ҡыҙы)өсөн “Башҡортостан флагы” исемле мәғлүмәт сәғәте үтте. Унда флаг һәм уның төҫтәре тураһында белешмә бирелде. Тыуған илебеҙ, еребеҙ тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Балалар өсөн сығарылған матур һүрәтле китаптар ҡаранылар,”Аҡбуҙат” журналы менән таныштылар. Балалар бик ихлас, әүҙем ҡатнаштылар.
