#проекткрай_вкотором_ты_живешь
“Беҙ шәхестәребеҙ менән көслөбөҙ”
Ошо көндәрҙә Сыңғыҙ модель китапханаһында “Беҙ шәхестәребеҙ менән көслөбөҙ” 9 класс уҡыусылары өсөн исемле сара уҙҙы.
Сыңғыҙ – райондың рухи арҡайымы,уның социаль – иҡтисади үҫешенә,мәҙәниәтен күтәреүгә ҙур өлөш индергән данлыҡлы ауылдарҙың береһе. Ауылдың ғорурлығы булған яҡташтарыбыҙ –тарихсы, ғалим Әнүәр Әсфәндиәров, билдәле композитор Хөсәйен Әхмәтов, бейеүсе Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы РәшиҙәТуйсина , крайҙы өйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғолов,яҙыусы Тәнзилә Кейекбаеваға арналды.
Уҡыусылар данлы яҡташтарыбыҙҙың тормош юлына байҡау яһаны,китаптары менән танышты.