logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“Атайсалым- минең Сыңғыҙ”.

#Чингизовскаясельскаямодельнаябиблиотека
#проект_Асфандияров_учитель_краевед_писатель

Быйылғы йыл Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде. Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында “Атайсалым минең – Сыңғыҙ” тип исемләнгән сара үтте. Атайсал,йәнтөйәгебеҙҙең һәр кемдең күңелендә йәшәйҙер ул…. Шәхестәребеҙҙе иҫкә төшөрөп улар тураһында белеү үҙе бер изге ғәмәлдәрҙең береһе. Атайсал – ул беҙҙең Сыңғыҙ һәм уның кешеләре беҙ улар тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ. Сарала данлыҡлы яҡташтарыбыҙ тураһында һүҙ барҙы. Быйылғы йылда Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһы илебеҙгә киң билдәле булған – Тарихсы ғалим,тарих фәндәре кандидаты Әсфәндиәров Әнүәр Зәкир улы тормошо һәм ижадына арналған “Әсфәндиәров-уҡытыусы,крайҙы өйрәнеүсе ,яҙыусы” проекты буйынса эшләй. Сарала ҡатнашыусылар Әнүәр Зәкир улының тормошо һәм ижадына ҡағылышлы материалдар менән таныштылар, китаптарына байҡау яһанылар. Мәғариф ветераны Биккулова Ф.И, Ханафина М.З. ҡыҙы Әнүәр Зәкир улына бәйле хәтирләре менән уртаҡлашты. Кисәлә Һаҡмар газетаһының баш мөхәррир урынбаҫары Азамат Мөхәмәтшин ғалимдың көслө, рухлы тарихсыларыбыҙҙың береһе булыуын һәм уның хеҙмәттәренең халыҡҡа мөһимлеген билдәләп үтте.
Кисәнҽң икҽнсҽ өлөшөндә “Һаҡмар” гәзитҽнә яҙылыу ойошторолдо, бүләктәр уйнатылды. Был көндө 24 ауылдашыбыҙ “Һаҡмар” гәзитҽнә яҙылып дуҫлыҡтарын нығыттылар. Cпонсорҙарға: Сыңғыҙ ир-егеттәр ҡоро рәйесе Уразбаев К.Р., район совҽты дҽпутаты Уразбаев Н.Р, ауыл хаҡимиәтҽ башлығы Cәйҽтов Фуат Әхмәт улына, почта ҽтәксҽһҽ Узәнбаҽва Гөлсинә Рамаҙан ҡыҙына, эшҡыуар Әхмәтов Илгиз Азамат улына рәхмәтҽбҽҙҙҽ бҽлдҽрәбҽҙ.