logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Бөгөн – совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл

Ҡот осҡос ваҡиғаларға нөктә ҡуйылған көндән һуң 35 йыл ваҡыт уҙып китеп, ундағы ҡанлы ваҡиғалар алыҫайһа ла, әле лә ул көндәр интернациональ бурыстарын үтәп ҡайтҡан ҡыйыу йөрәкле ир-¬егеттәрҙең күңел яраларын ҡуҙғата.

Күп йылдар үтте, әммә ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә күптәрҙең йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана.
Афғанстанда беҙҙең ауылдан; Рәжәпов Тимерйән Рәжәп улы, Усманов Ғәлимйән Зариф улы, Балхин Зәкир Ғакиф улы улы һуғышта ҡатнашҡан. Иҫән -һау әйләнеп ҡайтты. Уларҙың һәр береһенә һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Күп юғалтыуҙар килтергән Афған һуғышы тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Көндәр тыныс, күктәребеҙ аяҙ булып, атыш тауыштарын ишетмәйенсә йәшәргә булһын ине.