«Еңеү беҙҙең йөрәктәрҙә»
#Победа80
#ГодПоддержкиУчастниковСВО_и_ИхСемей
Үткән аҙнала Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбе уҡыусылары жюри ағзаларына, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХОла ҡатнашыусыларға арнап әҙерләгән, бай йөкмәткеле программа тәҡдим иттеләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан алып еңеү көнөнә тиклемге ваҡиғаларҙы, шулай уҡ бөгөнгө көндә Украинала барған махсус хәрби операцияны бейеү, йыр, шиғыр, фольклор аша тулыһынса күрһәтә алдылар. Ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға “Афариндар!” тиергә генә ҡала.