logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Еңеү яҙы беҙҙең йөрәктәрҙә”

Сыңғыҙ ауылында Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған “Еңеү яҙы беҙҙең йөрәктәрҙә” исемле хәрби-патриотик сара үтте. Унда мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, тәрбиәселәр, һуғыш осоро инәйҙәре, ауыл халҡы ихлас ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған батырҙарҙы, шулай уҡ МХО ла һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ, обелискка сәскәләр һалдыҡ. Сарала һуғыш, еңеү, тыуған ил тураһында шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр яңғыраны.