Хөрмәтле ауылдаштар, китап уҡыусыларыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ!
Һеҙҙе ихлас күңелдән етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайбыҙ!
2024 йылда һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет юлдаш булһын! Барлыҡ хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын! Тормош юлдарында шатлыҡлы осрашыуҙар, бәхетле йылмайыуҙар, ҡыуаныслы миҙгелдәр күп булһын! Илебеҙ тыныс, барыр юлдарыбыҙ киң, тыуыр таңдарыбыҙ имен булһын!
Яңы йыл менән!