Хуш киләһең Яңы йыл!!!
Декабрь аҙағында Сыңғыҙ мәктәбенең мәктәпкәсә тиклемге төркөмөнә йөрөүселәр һәм “Еҙ үксә” өлгөлө бейеү ансамбленең әҙерлек төркөмөндә шөғөлләнеүселәр өсөн Яңы йыл иртәлектәре үтте. Балалар Ҡыш бабайға шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, бейенеләр, төрлө конкустарҙа ихлас ҡатнаштылар. Байрам барыһының да күңеленә хуш килде.